Һаҡ булығыҙ!
26 Мая , 07:28

"АШЫҒЫС РӘҮЕШТӘ ДАУАЛАНЫУҒА АҠСА КӘРӘК"

Оло йәштәге ҡатын аптырап ҡала һәм мутлашыусыларға 100 мең аҡса бирә

Нефтекамала йәшәгән 89 йәшлек ҡатынға мутлашыусылар шылтыратҡан. Енәйәтселәр әбейҙең ейәнсәренең тауышы менән, уның аварияға эләгеүе һәм ашығыс рәүештә аҡса кәрәклеге тураһында хәбәр итә. Артабан, йәнәһе, тәфтишсе шылтырата. Ул пенсионерка менән ишек төбөндә курьер пәйҙә булғансы даими рәүештә бәйләнештә була. Дауахана өсөн әйберҙәр һәм 100 мең һум тирәһе аҡса һалынған сумканы курьерға тапшырғандан һуң ғына ҡатын туғандарына шылтырата.

Зыян күреүсе кешеләрҙе телефон аша алдауҙарын белгән, әммә трубкала илаулы тауыш ишеткәс, аптырап ҡалған.

Хөрмәтле граждандар! Һаҡ булығыҙ!

Мутлашыусылар яңы һәм иҫке алдау ысулдарын ҡуллана. Оло йәштәге туғандары менән бындай факттар тураһында даими әңгәмәләр үткәрегеҙ.

Һуңғы ваҡытта мутлашыуҙар йышыраҡ курьерҙар ҡатнашлығында башҡарыла. Транспорт һәм транспорт хеҙмәттәре менән шөғөлләнеүселәргә айырым мөрәжәғәт итәбеҙ! Факттар раҫлауынса, курьер ролендә аферистар башлыса таксистарҙы ҡуллана. Ҡайһы берҙә такси водителдәре, хатта ысынбарлыҡты аңлап та, табыш алыу өсөн ҡорбандарҙың аҡсаһын ташый.

Белегеҙ: әгәр һеҙгә оло йәштәге граждандарҙан посылка алыуҙы, һуңынан аҡса күсереүҙе һораһалар, һеҙ закон буйынса яуап бирергә тура киләсәк енәйәттең ҡатнашыусыһы була алаһығыҙ. Бындай хәлдә шунда уҡ полицияның дежур часына шылтыратып, шикле заказ тураһында хәбәр итергә кәрәк.

Читайте нас