Өфөнөң Киров районында йәшәгән 67 йәшлек ҡатын полицияға мөрәжәғәт итеп, 2026 йылдың 19-29 майында билдәһеҙ кешеләр уның 13,6 миллион һум самаһы аҡсаһын урлауҙары тураһында хәбәр иткән.
Асыҡланыуынса, мутлашыусылар пенсионерға кеҫә телефонына шылтыратып, үҙҙәрен хәрби комиссариат, Дәүләт хеҙмәттәре, ФСБ, Үҙәк банк һәм риэлторлыҡ агентлығы хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған.
“Дәүләт хеҙмәттәрендәге аккаунтҡа үтеп инеү, рәсмиләштерелгән ышаныс ҡағыҙы, тыйылған ойошманы финанслау, енәйәт яуаплылығына тарттырыу менән янау, шулай уҡ законһыҙ ғәмәлдәрҙе булдырмау һәм аҡсаны һаҡлау һылтауы менән аферистар ҡатынды бөтә аҡсаһын тапшырырға күндерә", – тип хәбәр иттеләр Эске эштәр министрлығында.
28 майҙа пенсионерка курьерға 12,7 миллион һум аҡсаһын биргән. Тағы ла 860 мең һумын ул 29 майҙа онлайн күсергән.
Шулай уҡ 29 майҙа мутлашыусылар ҡатындан тағы ла 600 мең һум аҡса күсерттерергә маташа. Әммә банк хеҙмәткәре уяулыҡ күрһәтә урлашыуға юл ҡуймай.
Фото: Ксения Калинина | ИА «Башинформ»