Һаҡ булығыҙ!
4 Июня , 06:15

Айыуҙар күбәйгән

Туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәртәләр

Айыуҙар күбәйгәнАйыуҙар күбәйгән
Айыуҙар күбәйгән

«Ирәмәл» тәбиғәт паркында айыуҙарҙың әүҙемлеге теркәлгән. Айырыуса “Төлөк” КПП-һы яғынан популяр маршрутта тайыш табандар күп, тип иҫкәртә туристарҙы парк дирекцияһы. Шуға күрә Ирәмәл тауы тирәһендә ваҡытлыса палаткаларҙа йоҡлау кәңәш ителмәй.

Тауҙарға сәйәхәт итергә яратыусыларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрҙөләр: мотлаҡ үҙ маршрутыңды теркәргә һәм парк хеҙмәткәрҙәренә үҙеңдең килеүең тураһында хәбәр итергә кәрәк, төркөм менән генә йөрөү яҡшы.

Маршрутта айыуҙарҙы ҡурҡытыу өсөн ҡысҡырып һөйләшеү, йырлау, һыҙғыртҡыс ҡулланыу яҡшыраҡ. Юлдарҙа аҙыҡ-түлек һәм сүп-сар ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә. Ә йыртҡыс менән осрашҡанда уға яҡын бармаҫҡа һәм ашатырға йәки фотоға төшөрөргә тырышмаҫҡа.

Фото: ИА «Башинформ»

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас