

Тикшереү версияһы буйынса, 12 июнь көндөҙ Ҡандра ауылында үҫмер аҙыҡ-түлек алырға кибеткә киткән. Өйгә ҡайтҡанда ул ғәйепләнгән егеттең күҙ уңына эләгә, унан һуңғыһы пакетын биреүҙе талап итә башлай. Малай баш тартҡас, бысаҡ менән йәрәхәттәр яһай. Алынған йәрәхәттәрҙән бала шул урында үлә.
Суд прокуратураның үтенесен ҡәнәғәтләндерҙе һәм ғәйепләнеүсене һаҡ аҫтына алды – ул СИЗО-ла кәмендә 12 авгусҡа тиклем буласаҡ.
Егеткә ҡарата енәйәт эше "Үлтереү" статьяһы буйынса ҡуҙғатылған.