

Яңауыл районында тикшереүселәр өс йәшлек баланың үлем сәбәбен асыҡлай.
Рәсәй Тикшереү комитетының Башҡортостан буйынса Тикшереү идараһы мәғлүмәттәре буйынса, һыу объектында өс йәшлек малайҙың үлеме факты буйынса тикшереү үткәрелә.
Асыҡланыуынса, Максимово ауылында туғандары ҡунаҡта булған малай ишек алдында биш йәшлек апаһы менән уйнаған. Ниндәйҙер бер ваҡытта балалар өлкәндәрһеҙ йорт янында урынлашҡан быуаға киткән. Шунда сабый һыуа йығылып тонсоҡҡан.
Тикшереүселәр ваҡиға урынын ҡарап, экспертиза эшләгән.
Балаларҙы һыу ятҡылыҡтары янына ҡарауһыҙ ебәрмәгеҙ, уларҙан күҙ яҙҙырмағыҙ! Бәлә аяҡ аҫтында!
Источник: следком по Башкирии