+28 °С
Болотло


Башҡортостан территорияһында «Пилотһыҙ хәүеф» режимы индерелде, тип хәбәр иттеләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк буйынса баш идаралығында.
"Иғтибарлы булығыҙ! Рәсми мәғлүмәт сығанаҡтарына ғына ышанығыҙ", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алына ҡотҡарыусылар хәбәрендә.
«Өфө» халыҡ-ара аэропортында һауа судноларын ҡабул итеүгә һәм сығарыуға сикләүҙәр индерелде. Сикләүҙәр осоштарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн кәрәк.