Һаҡ булығыҙ!
8 Августа , 09:21

Телефонына ҡушымта ҡуйған һәм аҡсаһын юғалтҡан

Стәрлетамаҡта йәшәгән 50 йәшлек ҡатын полицияға 60 мең һум аҡсаһын урлатыуы тураһында ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Аҡса уның банк картаһынан кеҫә телефонына ҡушымта ҡуйғандан һуң алына. Был хәл социаль селтәрҙәрҙең береһендә вакансиялар эҙләгәндә була.

Башҡортостан Эске эштәр министрлығының ҡала идаралығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, төркөмдә мессенджерҙа элемтә өсөн контакт номеры күрһәтелгән булған. Зыян күреүсе абонентҡа эш шарттары тураһында һөйләшеү өсөн телефон аша шылтырата.

Аралашыу барышында енәйәтсе премия түләүҙәрен күсереү һылтауы менән ҡатындан паспорт мәғлүмәттәрен һәм банк иҫәбе номерын һорай. Ҡатын һоралған мәғлүмәтте бирә һәм бер нисә көн дауамында билдәһеҙ кеше менән бәйләнештә була. Артабан уға мессенджерҙа телефонға ҡуйыу өсөн ҡушымта һәм видеоинструкция ебәрәләр. Ҡатын-ҡыҙ программаны үҙенең смартфонына ҡуя. Мошенниктарға телефонға алыҫтан инеү мөмкинлеген асҡан зарарлы ҡушымта ҡуйылғандан һуң, банк картаһы иҫәбенән 60 мең һум күләмендә аҡса күсерелә.

Фото: Наталья Овчарук | ИА «Башинформ»

Читайте нас