Тәртип һаҡлау органдары мәғлүмәттәре буйынса, пенсионер интернетта сит илдән Toyota Land Cruiser автомобилен 1,4 миллион һумға һатыу тураһында иғлан таба. Менеджерға шылтыратып, ул машинаны индереү өсөн 448 мең һум күләмендә пошлина түләргә кәрәклеген белә. Ҡалған 952 мең һумды процентһыҙ бүлеп түләргә тәҡдим ителә. Ир аҡсаны физик шәхес иҫәбенә күсерә.
Икенсе көндө уға тағы шылтыратып, бүлеп түләү булмай һәм хәҙер пенсионер ҡалған миллион аҡсаһын шунда уҡ түләргә тейеш, тип белдерәләр. Ундай суммаһы булмаған пенсионер залогты кире ҡайтарыуҙы һорай, әммә үтенес кире ҡағыла. Шул саҡта ғына ир алдашыу ҡорбаны булыуын аңлай һәм полицияға ғариза яҙа.
Был мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Эске эштәр министрлығында граждандарға уяу булырға һәм һатыусыларҙы рәсми реестрҙар аша тикшерергә кәрәклеге иҫкәрттеләр.