Һаҡ булығыҙ!
25 Сентября , 16:33

Һаҡ булығыҙ!

Башҡорт блогерҙары йәш быуынды еңел һәм тиҙ табышҡа ышанмаҫҡа саҡыра.
Республикала тәүгеләрҙән булып Рәмил Әхтәриев шул турала мөрәжәғәт яҙҙырҙы.
#НЕТОТЗАРАБОТОК — был үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе табыш һылтауы аҫтында енәйәт һәм мошенниклыҡ схемаларында ҡатнашыуҙан иҫкәртеүгә йүнәлтелгән мәғлүмәт кампанияһы. Йыш ҡына дошман хеҙмәттәре тап ошо схема буйынса эшләй: аҡылдары нығынмаған йәш кешеләрҙе диверсиялар эшләргә, сәнәғәт һәм хәрби объекттар тураһында мәғлүмәт йыйырға, элемтә вышкаларын һәм реле шкафтарын яндырырға саҡыра.

Автор:А. Булатова
Читайте нас