Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
8 Сентябрь 2021, 14:55

Көндәр йылыта

Алдағы ике көндә Башҡортостанда 17 градусҡаса йылыта, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Көндәр йылыта
Көндәр йылыта

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 9 сентябрҙә республикала көн аяҙлы-болотло була. Төндә урыны менән, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Ел көнбайыштан талғын, иртән һәм көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән.

Һауа температураһы төндә 4- 9 градус йылы, көндөҙ иһә һауа 12-17 градусҡаса йылына.

10 сентябрҙә Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр фаразлана. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән.

Һауа температураһы төндә — 5-10, көндөҙ 12-17 градус йылы, тип йомғаҡ яһаны синоптиктар.

 

https://www.bashinform.ru/news/1641110-v-bashkirii-potepleet-do-17-gradusov/  

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: