Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
22 Октябрь 2021, 18:25

Башҡортостанда көслө ел һәм томан көтөлә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:

Башҡортостанда көслө ел һәм томан көтөлә
Башҡортостанда көслө ел һәм томан көтөлә

Синоптиктар белдереүенсә, 23 октябрҙә аяҙайыусан болотло көн торошо көтөлә. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 7-12 метр тиҙлектә иҫәсәк, урыны менән 15-20 м/с буласаҡ. Һауа температураһы төндә +4,+9, көндөҙ +8,+13 градус күрһәтәсәк. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән күреү мөмкинлеге 500-1000 метрға еткән томан төшәсәк.

Өфөлә беҙ аҙ яуым-төшөмлө аяҙлы-болотло көн торошо көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына 7-12 метр, урыны менән 15-20 метр тиҙлеккә барып етәсәк. Һауа температураһы төндә +5,+7, көндөҙ +11,+13.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: