Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
13 Ғинуар 2022, 10:45

Көндәр йылыта, буран сыға

Йәнә купләп ҡар яуыуы, юлдарҙа хәлдең насарланыуы көтөлә

Көндәр йылыта, буран сыға
Көндәр йылыта, буран сыға

Алдағы көндәрҙә республикала йәнә һауа торошо үҙгәреүе көтөлә, тип хәбәр итә “Башинформ” Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә һылтанма менән. Аҙнаның икенсе яртыһында һалҡындар ҡар һәм буран менән алмашына. Юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, урыны менән көрт һалыуы ихтимал.

15 ғинуарға һауа температураһы төндә -7...-12, аяҙытҡанда -17, көндөҙ -5...-10 градусҡаса күтәрелә.

Ғинуарҙың беренсе декадаһында республиканың баш ҡалаһында айлыҡ норманан 82 процент яуым-төшөм яуған. Шулай ҙа быйылғы ғинуарҙың беренсе декадаһын 2017 йыл ғинуарының тәүге ун көнлөгө менән сағыштырып булмай. Ул осорҙа күберәк – айлыҡ норманан 132 процент яуым-төшөм теркәлгән, тип билдәләне метеорологтар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: