Һауа торошо Погода
18 Февраль 2022, 04:45

Ейәнсурала ҡапыл йылыта, ҡар ҡатыш ямғыр яуа

Аҙна аҙағында көндәр йылытыуы, ҡар ҡатыш ямғыр көтөлә

Ейәнсурала ҡапыл йылыта, ҡар ҡатыш ямғыр яуаЕйәнсурала ҡапыл йылыта, ҡар ҡатыш ямғыр яуа
Ейәнсурала ҡапыл йылыта, ҡар ҡатыш ямғыр яуа

Яндекс. Погода мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 18 һәм 19 февралдә Ейәнсура районында көндәр аяҙ булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ –9...–6 градус, тәшкил итәсәк, төндә –15 градусҡа тиклем һыуыта. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына  2-3 м тиҙлектә иҫә.

Аҙнаның һуңғы көнөндә, 20 февралдә, көндөҙ бер аҙ ҡар, төндә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, буран сығыуы көтөлә. Һауа температураһы иртән – 10 градус тәшкил итеп, кисен һәм төндә –1 градусҡа тиклем йылыта, тип прогнозлай синоптиктар. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас