Бөтә яңылыҡтар

Ҡыш сигенергә уйламай

Ейәнсурала минус 15 градусҡа тиклем һыуыта

Ҡыш сигенергә уйламай
Ҡыш сигенергә уйламай

Февраль аҙағында көндәр йылынып, ҡарҙар ирей башлап, яҙ һулышы тойолһа ла, ҡыш ҡаршылашыуын дауам итә.

Яндекс. Һауа торошо мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Ейәнсура районында бөгөн, 6 мартта, көндөҙ –4...–2 градус, төндә –13 градусҡа тиклем һыуыта. Аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 4-6 м тиҙлектә иҫә.

Киләһе ике көндә, 7 һәм 8 мартта, һауа температураһы көндөҙ –10...–9, төндә –13...–15 градус буласаҡ, тип прогнозлай синоптиктар. Ел төньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫәсәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: