Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
18 Март 2022, 16:15

Антициклонды циклон алмаштыра

Республикала көндәрҙең боҙолоуы көтөлә

Антициклонды циклон алмаштыра
Антициклонды циклон алмаштыра

Башҡортостанда марттың икенсе ун көнө, Башгидрометүҙәктән аңлатыуҙарынса, антициклондар йоғонтоһонда, яуым-төшөмһөҙ, һыуыҡ һәм аяҙ булды.

Синоптиктар прогнозлауынса, яҡын көндәрҙә һауа торошо циклоник характер аласаҡ. Ял көндәрендә урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы төндә –9, көндөҙ –5...0 градусҡа ҡәҙәр күтәреләсәк.

Дүшәмбеле, 21 мартта, республикала имен булмаған һауа торошо көтөлә: епшек ҡар яуа, буран сыға, ел көсәйгәндә секундына 15-20 м тиҙлектә иҫә. Боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы прогнозлана. Юлдарҙа тайғаҡ, урыны менән ҡар һырынтылары көтөлә. Һауа температураһы төндә –8...–3, көндөҙ –3...+2 градус тәшкил итә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: