Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
22 Март 2022, 12:15

Яҙ килә: +3 градусҡаса йылыта

Башгидрометүҙәк алдағы көндәргә һауа торошон хәбәр итте.

Яҙ килә: +3 градусҡаса йылыта
Яҙ килә: +3 градусҡаса йылыта

Ведомство белдереүенсә, алдағы көндәрҙә республикала әкренләп йылыта башлай, тип хәбәр итте “Башинформ”.

22 мартта урыны менән бер аҙ ҡар, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -4,-9, айырым райондарҙа -14°, көндөҙ -2, +3°.

23 мартта урыны менән бер аҙ ҡар, көндөҙ ҡар ҡатыш ямғыр. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -4,-9°, аяҙытҡанда -14°, көндөҙ +3,-2°.

24 мартта урыны менән бер аҙ ҡар, ҡар ҡатыш ямғыр. Ел көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -4,-9°, аяҙытҡанда -14°, көндөҙ +3,-2°.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: