Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
26 Март 2022, 15:15

Ейәнсурала көндәр боҙолоуы көтөлә

Ял көндәрендә һәм аҙна башында Ейәнсура районында һауа торошо

Ейәнсура ла көндәр боҙолоуы көтөлә
Ейәнсура ла көндәр боҙолоуы көтөлә

Был аҙнаның аҙаҡҡы көнөндә һәм киләһе аҙна башында районда ҡар ҡатыш ямғыр яуа, ел көсәйә.

Яндекс. Һауа торошо мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 26 мартта, болотло була, һауа температураһы көндөҙ +1 градус, төндә –4 градус тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнсығыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 27 мартта, һауа температураһы көндөҙ +3 градусҡа тиклем, төндә 0...+2 градус буласаҡ. Кискә табан һәм төндә ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы прогнозлана. Көн дауамында көньяҡтан секундына 8 метрға тиклем тиҙлектә ел иҫә.

Йәкшәмбелә башланған ҡар ҡатыш ямғыр дүшәмбелә, 28 мартта ла дауам итәсәк. Киләһе аҙнаның беренсе көнөндә һауа температураһы көндөҙ –2...–1, төндә –7...–5 градус буласаҡ тип күҙаллана. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан 6-7 метр тиҙлектә иҫә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: