Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
4 Апрель 2022, 21:08

Йәйгесә йылы булмаҡсы!

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, алдағы 10 көндә Башҡортостанға йылы һауа массалары үтеп инә, көндәрҙең йәйгесә тиерлек йылы булыуы көтөлә.

Йәйгесә йылы булмаҡсы!
Йәйгесә йылы булмаҡсы!

Бөгөн республиканың үҙәк райондарында 12 градусҡа тиклем йылы булды. Алдағы көндәрҙә бер аҙ һыуыта, ләкин 8 апрелдә көндөҙ һауа температураһы +13 градусҡаса йылына. Алдағы көндәрҙә Өфөлә 19 градусҡаса йылы көтөлә, был климат нормаһынан юғарыраҡ.

Елдең тиҙлеге — секундына 19 метрға тиклем, яуым-төшөмдөң күп булыуы көтөлмәй.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас: