Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
11 Апрель 2022, 08:45

Аҙнаның беренсе көнөндә 17 градусҡа тиклем йылыта

Һауа торошо тураһында

Аҙнаның беренсе көнөндә 17 градусҡа тиклем йылыта
Аҙнаның беренсе көнөндә 17 градусҡа тиклем йылыта

Синоптиктар прогноздары буйынса, бөгөн, 11 апрелдә Башҡортостанда 12-17 градусҡа тиклем йылыта, республиканың көньяғында иһә һауа температураһы +8 градус тирәһе тәшкил итә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, еңелсә.

Шишәмбелә, 12 апрелдә, республикала урыны менән ямғыр яуасаҡ. Ел көнсығыштан һәм көньяҡ-көнсығыштан. Һауа температураһы төндә +1...6, көндөҙ +9...14 градус.

Шаршамбыла, 13 апрелдә, шулай уҡ бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнсығыштан һәм көньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан иҫкәндә көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +1...6, көндөҙ +9...14, көньяҡта 19 градусҡа тиклем йылы.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: