Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
18 Апрель 2022, 09:45

Яҙғыса йылы, әммә ямғырлы булсаҡ

Аҙнаның тәүге өс көнөндә Башҡортостанда ямғырлы, әммә яҙғыса йылы һауа торошо, күк күкрәүе көтөлә, тип хәбәр итә синоптиктар.

Яҙғыса йылы, әммә ямғырлы булсаҡ
Яҙғыса йылы, әммә ямғырлы булсаҡ

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 18 апрелдә, төбәктә аяҙайыусан болотло буласаҡ. Бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа һиҙелерлек яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан һәм көньяҡ-көнбайыштан секундына 3-8 м тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы көндөҙ +13...+18, төньяҡта 8 градусҡа тиклем йылы.

19 апрелдә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан, еңелсә. Һауа температураһы төндә +3...+8, республиканың төньяғында 2 градусҡа тиклем һыуыта. Көндөҙ +7...+12, көньяҡта +20 градусҡа ҡәҙәр йылы.

20 апрелдә төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, күк күкрәүе көтөлә. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан, еңелсә, күк күкрәгәндә көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +2...+7 градус, көндөҙ республиканың төньяҡ яртыһында +9...+14, көньяҡта +16...+21 градус тәшкил итә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: