Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
23 Апрель 2022, 08:58

Ейәнсурала +3 градусҡа тиклем һыуыта

Ейәнсура районында киләһе өс көнгә һауа торошо прогнозы

Синоптиктар прогнозлауынса, ял көндәрендә һәм киләһе аҙна башында Ейәнсура районында төндәрен ярайһы уҡ һыуыҡ була.

Яндекс Погода мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн районда көн болотло була, көндөҙ бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ ҙә, төндә лә +5...+6 градус тәшкил итәсәк. Көнсығыштан секундына 3-5 м тиҙлектә ел иҫә.

Иртәгә, 24 апрелдә, аяҙ булыуы көтөлә. Көндөҙ +16 градусҡа тиклем йылытасаҡ, ә төндә термометр бағанаһы +3 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк. Ел көнсығыштан, талғын.

Дүшәмбелә, 25 апрелдә, аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Көндөҙ +14...+16, төндә +8 градус йылы буласаҡ. Көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан еңелсә ел иҫеүе көтөлә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: