Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, күк күкрәй, юлдарҙа томан

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә

Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, күк күкрәй, юлдарҙа томан
Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, күк күкрәй, юлдарҙа томан

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы киләһе көндәрҙә төбәктә ел көсәйеүе, йәшен йәшнәүе, томан төшөүе тураһында хәбәр итте.

Иртәгә, 10 майҙа, республикала аяҙлы-болотло булыуы, көньяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр яуыуы, күк күкрәүе көтөлә. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан секундына 7-12 м тиҙлектә иҫә, көсәйгәндә 18 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә +6...+11, аяҙайтҡанда +1 градус, көндөҙ +11...+16 гардус. Юлдарҙа урыны менән томан, күреү мөмкинлеге 500-1000 м.

11 майҙа төндә һәм көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, күк күкрәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 м тиҙлектә иҫә, күк күкрәгәндә көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +3...+8, таулы райондарҙа 0, көндөҙ +11...+16 градус.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: