Бөтә яңылыҡтар

Аяҙ көндәр әлегә көтөлмәй

Башҡортостанда тағы ямғырҙар, йәшен, көслө ел

Аяҙ көндәр әлегә көтөлмәй
Аяҙ көндәр әлегә көтөлмәй

Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, иртәгә төбәктә ямғырҙар, урыны менән көслө, күк күкрәүе, боҙ яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, секундына 3-8 м тиҙлектә, урыны менән 18 метрға тиклем көсәйеүсән. Һауа темпераураһы төндә +7...+12, көндөҙ +13...+18 градус. Юлдарҙа айырым урындарҙа томан, күреү мөмкинлеге 500-1000 метрға тиклем насарлана.

10, 11 июндә аяҙыйыусан болотло һауа торошо. Төндә республика буйынса урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар. Ел төньяҡ-көнбайыштан, секундына 3-8 м тиҙлектә, айырым райондарҙа 18 метрға тиклем көсәйеүсән. Һауа темпераураһы төндә +7...+12, көндөҙ +17...+22 градус.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: