Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
20 Июнь 2022, 09:20

Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуа, күк күкрәй

Киләһе өс көнгә һауа торошо

Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуа, күк күкрәй
Ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуа, күк күкрәй

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 20 июндә, республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуа. Ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәүе, боҙ яуыуы прогнозлана. Ел көнбайыштан, көньяҡ- көнбайыштан, талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +17...+22 градус тәшкил итә.

Шишәмбелә, 21 июндә, төбәктә төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, күк күкрәй. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан, талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +9...+14, көндөҙ +17...+22 градус тәшкил итә.

22 июндә шулай уҡ урыны менән бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ- көнбайыштан, талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8...+13, көндөҙ +21...+26 градус.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: