Бөтә яңылыҡтар

Ейәнсураға йылы көндәр ҡасан килә

Киләһе өс көнгә һауа торошо

Ейәнсураға йылы көндәр ҡасан килә
Ейәнсураға йылы көндәр ҡасан килә

Синоптиктар вәғәҙә итеүенсә, Ейәнсура районында бөгөн, 6 июлдә, көн болотло була, бер аҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +17, төндә +12...+14 градус тәшкил итә. Ел төньяҡтан, секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 7 июлдә, аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ 22 градусҡа тиклем йылытһа, төндө +9 градусҡа тиклем түбәнәйә.

Йәйгесә йылы көндәр йомала килә, тип прогноз бирә Яндекс. Һауа торошо. 8 июлдә көндөҙ +26 градусҡа тиклем йылыта, төндә иһә  +14...+16 градус буласаҡ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: