Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
16 Июль 2022, 09:05

Бер аҙ һалҡынайтҡандан һуң ҡабат эҫетә

Киләһе өс көнгә Ейәнсура районында һауа торошо

Бер аҙ һалҡынайтҡандан һуң ҡабат эҫетә
Бер аҙ һалҡынайтҡандан һуң ҡабат эҫетә

Синоптиктар Ейәнсура районында ял көндәрендә һәм киләһе аҙна башында аяҙ һәм эҫе буласаҡ, тип прогнозлай.

Яндекс. Һауа торошо мәғлүмәттәренән күренеүенсә, бөгөн аяҙ буласаҡ. Һауа температураһы көндөҙ +27, төндә +14...+18 градус тәшкил итә. Ел төньяҡ-көнбайыштан һәм төньяҡтан секундына 5 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 17 июлдә, аяҙлы-болотло көн көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +28, төндә  +17...+20 градус буласаҡ. Ел төньяҡтан 2-3 м тиҙлектә иҫә.

Дүшәмбелә, 18 июлдә, аяҙ буласаҡ. Һауа температураһы көндөҙ +31 градусҡа тиклем күтәрелә, төндә +20...+22 градус.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: