Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо/Погода
21 Июль 2022, 08:45

Һауа температураһы +11 градусҡа тиклем түбәнәйә

Ейәнсураларҙы киләһе өс көндә ниндәй һауа торошо көтә

Һауа температураһы +11 градусҡа тиклем түбәнәйә
Һауа температураһы +11 градусҡа тиклем түбәнәйә

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда киләһе өс көн ямғырлы буласаҡ, тип яҙа “Башинформ”. Бөгөн, иртәгә һәм шәмбе көндө республикала айырым райондарҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы, йәшен йәшнәүе көтөлә.

Ейәнсура районында иһә, Яндекс. Һауа торошо мәғлүмәттәренә ҡарағанда, киләһе өс көндә яуым-төшөм көтөлмәй. Бөгөн, 21 июлдә һауа температураһы көндөҙ +26 градус тәшкил итә, төндә +11 градусҡа тиклем түбәнәйәсәк. Ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 1-2 м тиҙлектә иҫә.

Йома һәм шәмбе көндәре районда аяҙлы-бололо һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ, һауа температураһы көндөҙ +28...+29, төндә +14...+18 градус тәшкил итә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: