Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо/Погода
26 Июль 2022, 17:45

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә

Ҡойма ямғырҙар яуа, күк күкрәй

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы имен булмаған һауа шарттары тураһында иҫкәртте.

Иртәгә республика аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар, айырым райондарҙа ҡойма ямғырҙар, боҙ яуыуы, күк күкрәүе көтөлә.

Ел төньяҡтан секундына 4-9 м тиҙлектә иҫә, күк күкрәгәндә секундына 16 метрға тиклем көсәйә.

Һауа температураһы төндә +13...+18, көндөҙ +24...+29 градус.

Төндә һәм иртәнсәк автоюлдарҙың айырым участкаларында томан төшә, күреү мөмкинлеге 500-1000 метр.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: