Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо
5 Август , 09:50

Ял көндәрендә Ейәнсурала эҫе буласаҡ

Быйылғы йәйҙең һуңғы айының беренсе аҙнаһы йылы көндәре менән ҡыуандыра.

Яндекс. Һауа торошо мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Ейәнсура районында бөгөн һәм киләһе ике көндә аяҙ, яуым-төшөмһөҙ һәм эҫе буласаҡ. Бөгөн көндөҙ һауа температураһы +29 градус, төндә +13...+17 градус тәшкил итәсәк. Ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Ял көндәрендә көндөҙ һауа температураһы +31 градусҡаса күтәрелеүе көтөлә, төндә +12...+17 градус буласаҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 2-3 м тиҙлектә иҫәсәк.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас в