Һауа торошо Погода
15 Август 2022, 04:50

Төндәрен һалҡынса, көндөҙ эҫе

Ейәнсураларҙы ниндәй һауа торошо көтә

Төндәрен һалҡынса, көндөҙ эҫеТөндәрен һалҡынса, көндөҙ эҫе
Төндәрен һалҡынса, көндөҙ эҫе

Ейәнсура районында киләһе өс көндә аяҙ һәм йылы һауа торошо һаҡлана. Яуым-төшөм көтөлмәй. Төндәрен һалҡынайтһа ла, көндөҙ эҫе була.

Синоптиктар вәғәҙә итеүенсә, бөгөн, 15 августа көндөҙ 29 градус йылы була, төндә һауа температураһы +11 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә. Ел көнсығыштан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.

Киләһе ике көндә, 16, 17 августа һауа температураһы көндөҙ +29...+30, төндә +11...+13 градус тәшкил итәсәк. Ел башлыса төньяҡ-көнсығыштан секундына 1-2 м тиҙлектә иҫә, тип прогноз бирә Яндекс. Һауа торошо.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас