Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
20 Август 2022, 11:10

Ейәнсурала 31 градус эҫе буласаҡ

Ейәнсураларҙы ниндәй һауа торошо көтә?

Синоптиктар прогнозлауынса, бөгөн һәм киләһе өс көндә Ейәнсура районында көндәр аяҙ һәм эҫе буласаҡ

Бөгөн һауа температураһы көндөҙ +29 төндә +15...+21 градус буласаҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә. Иртәгә, 21 августа һәм киләһе аҙнаның тәүге көнөндә лә шундай уҡ һауа торшо һаҡлана. Ә бына шишәмбелә, 22 августа, тағы ла эҫерәк булыуы – һауа температураһы көндөҙ +30...+31 градусҡа тиклем күтәрелеүе көтөлә, тип прогноз бирә Яндекс. Һауа торошо.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: