Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо/Погода
7 Сентябрь 2022, 10:10

Көндәр ҡасан йылыта?

Әбейҙәр сыуағы булырмы?

Көндәр ҡасан йылыта?
Көндәр ҡасан йылыта?

Эҫе йәйҙе ҡапыл ғына һыуыҡ көҙ алмаштырҙы. Арктик һауа ағымы беҙҙең температура ҡапыл үҙгәреүе мөмкин булған ҡырҡа континенталь климатта йәшәүебеҙҙе иҫкә төшөрҙө. 30 градус эҫелектән һуң йылы кейемдәрҙе, ҡулсатырҙарҙы сығарырға тура килә.

Әле сентябрь башы ғына. Синоптиктар нимә ти – көндәр ҡабат йылытырмы? Әбейҙәр сыуағы булырмы? Gismeteo порталы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, киләһе көндәрҙә һауа торошо әллә ни үҙгәрмәйәсәк. Көндөҙгө температура +12...+14, төндә +7...+9 градус тәшкил итә урыны менән төндә +5-кә тиклем түбәнәйә.

Ә бына киләһе шишәмбенән, 13 сентябрҙән, метеорологтар бер аҙ йылытыуын прогнозлай. Был көндә термометр бағанаһы +19 градусҡа тиклем күтәрелә һәм артабан аҙна аҙағына тиклем һауа температураһы көндөҙ +15...+20, төндә +8...+13 градус булыуы көтөлә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: