Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо/Погода
27 Сентябрь 2022, 10:20

Башҡортостанда беренсе ҡар яуҙы

Республиканың бер нисә районында ҡар яуған

Башҡортостанда беренсе ҡар яуҙы
Башҡортостанда беренсе ҡар яуҙы

Республиканың киң мәғлүмәт саралары социаль селтәрҙәргә һылтанма менән Башҡортостанда беренсе ҡар яуыуы тураһында хәбәр иттеләр. Кисә – Балаҡатай, Мәсетле, бөгөн төндә Белорет, Учалы райондарында ҡар яуған.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының  Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, таулы райондарҙа ваҡытлыса ҡар ятасаҡ, ә башҡа райондарҙа ямғыр көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлек менән иҫәсәк, көндөҙ иһә айырым райондарҙа секундына 15 метр тиҙлеккә етәсәк. Һауа температураһы төндә – +1, +6, аяҙытҡанда – 0, ер өҫтөндә иһә 0, -5 градус, көндөҙ +7, +12 градус йылы.

Таулы райондарҙың айырым участкаларында төндә һәм иртәнсәк боҙлауыҡ буласаҡ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: