Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо/Погода
27 Сентябрь 2022, 17:20

Беҙҙе ниндәй ҡыш көтә?

Синоптиктар Башҡортостанда быйыл ҡыш ниндәй булырын фаразланы

Беҙҙе ниндәй ҡыш көтә?
Беҙҙе ниндәй ҡыш көтә?

Синоптиктар фаразынса, быйыл ҡыш Башҡортостанда температура нормаға ярашлы була. Башгидрометүҙәктең алдағы алты һалҡын айға яҡынса фаразы шундай, тип яҙа “Башинформ”.

Башҡортостанда уртаса айлыҡ температураның түбәндәгесә булыуы көтөлә: октябрҙә +4,3, ноябрҙә +4,4, декабрҙә +10,8, ғинуарҙа +12,5, февралдә +11,7, мартта +5,1 градус.

Ноябрҙә ғәҙәттәгенән һалҡыныраҡ булыуы, декабрҙә температураның норманан аҙ ғына тайпылыуы фаразлана. Октябрҙә, ғинуарҙа, февралдә һәм мартта республикала уртаса температураның нормаға ярашлы булыуы көтөлә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: