Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
29 Сентябрь 2022, 09:50

Һауа торошо

Башгидрометеоүҙәк  бөгөнгә һәм иртәгәлеккә һауа торошо хаҡында мәғлүмәт бирҙе.

Һауа торошо
Һауа торошо

29 һәм 30 сентябрҙә ямғыр, ямғыр ҡатыш ҡар яуыуы көтөлә.

Бөгөн айырым райондарҙа ағастарға һәм сымдарға епшек ҡар һырыуы күҙәтеләсәк.

Көнсығыштан киҫкен ел иҫеүе көтөлә.

Төндә һауа температураһы 0, +5 градус булыуы көтөлһә, аяҙытҡанда -1,-6 градус буласаҡ, ҡырау төшә.

Көндөҙ +2,+7 градус күҙаллана.

 

 30 сентябрҙә лә епшек ҡар һәм ямғыр яуасаҡ. Талғын ел вәғәҙәләйҙәр.

Төндә һауа температураһы 0,+5, аяҙытҡанда -5, көндөҙ +3,+8 градус буласаҡ.

 

Автор:Залия Байгускарова
Читайте нас: