Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо Погода
30 Сентябрь 2022, 16:34

Башҡортостан синоптиктары октябргә һауа торошон фаразланы

Башгидрометтың Рәсәйҙең Гидрометүҙәге мәғлүмәттәренә таянып хәбәр итеүенсә, октябрҙә уртаса айлыҡ ауа температураһының нормаға ярашлы булыуы көтөлә (норма +4,3°). Айлыҡ яуым-төшөм дә нормала, 40-60 миллиметр булыр тип фаразлана.

Башҡортостан синоптиктары октябргә һауа торошон фаразланы
Башҡортостан синоптиктары октябргә һауа торошон фаразланы

Бынан алдараҡ «Башинформ» һалҡын миҙгелгә һауа торошо фаразы менән таныштырғайны. Ноябрҙә ғәҙәттәгенән һалҡыныраҡ, шулай уҡ декабрҙә температураның норманан бер аҙ түбәнерәк булыуы, октябрҙә, ғинуарҙа, февралдә һәм мартта республикала уртаса температура нормаға ярашлы  көтөлә.

Автор: Айна Имангулова 
Читайте нас: