Һауа торошо Погода
2 Октябрь 2022, 04:10

16 градусҡа тиклем йылыта

Киләһе көндәрҙә Башҡортостанда йылы буласаҡ

16 градусҡа тиклем йылыта16 градусҡа тиклем йылыта
16 градусҡа тиклем йылыта

Киләһе аҙна башында Башҡортостанда 16 градусҡа тиклем йылыта. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡ-көнсығыштан һәм көньяҡтан, еңелсә. Һауа температураһы +10...+15 градус.

Дүшәмбелә шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ булыу, тик республикның төньяҡ-көнбайышфнда ғына бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә +3...+8, көндөҙ +10...+15 градус тәшкил итәсәк.

Шишәмбелә яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә +4...+9, көндөҙ +11...+16 градус буласаҡ, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас