Һауа торошо Погода
7 Октябрь 2022, 04:50

Синоптиктар киләһе өс көнгә һауа торошо прогнозы менән таныштырҙы

Ял көндәренә һауа торошо прогнозы

Синоптиктар киләһе өс көнгә һауа торошо прогнозы менән таныштырҙыСиноптиктар киләһе өс көнгә һауа торошо прогнозы менән таныштырҙы
Синоптиктар киләһе өс көнгә һауа торошо прогнозы менән таныштырҙы

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса бөгөн республикала болотло буласаҡ. Бер аҙ ямғырҙар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, секундына 9-14 м тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы көндөҙ +8...+13 градус тәшкил итә.

Шәмбелә бер аҙ ямғырҙар көтөлә. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, еңелсә. Һауа температураһы төндә +3...+8, көндөҙ +8...+13 градус буласаҡ.

Йәкшәмбелә яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнбайыштан, еңелсә. Һауа температураһы төндә +1...+6, градус тәшкил итә, көндөҙ +10...+15 градусҡа тиклем йылыта.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас