Һауа торошо Погода
17 Октябрь 2022, 03:50

–2 градусҡа тиклем һыуыта

Киләһе өс көнгә һауа торошо прогнозы

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда киләһе өс көндә көҙгөсә ямғырлы һәм һалҡын буласаҡ.

Бөгөн, 17 октябрҙә, төньяҡ-көнсығыш райондарҙа урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел төньяҡ-көнбайыштан, еңелсә. Һауа температураһы көндөҙ +6...+11 градус тәшкил итәсәк.

Шишәмбелә, 18 октябрҙә, төндә яуым-төшөм көтөлмәй, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Көньяҡ-көнбайыштан еңелсә ел иҫә.Термометр бағанаһы төндә –1...+4, көндөҙ +4...+9 градус күрһәтә.

Шаршамбыла төндә урыны менән ҡарлы ямғыр яуа, юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында тайғаҡ, көндөҙ ямғыр яуа. Һауа температураһы төндә –2...+3, көндөҙ +4...+9 градус буласаҡ, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас