Һауа торошо Погода
18 Октябрь 2022, 07:36

Быйыл ҡыш ниндәй буласаҡ?

Төбәк етәксеһе донъяла был ҡыштың үтә һалҡын булыуын көтә.

Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә БР Башлығы Радий Хәбиров иң һалҡын ҡыш көтөүе тураһында белдерҙе. 

«Ысынында әйтеп үтәм, билдәле булған сәбәптәр арҡаһында мин донъяла был ҡыштың үтә һалҡын булып килеүен теләйем. Беҙ уны барыбер үткәрәсәкбеҙ!», - тине ул.

Республика халҡы өсөн һыуыҡ миҙгел ҡулайлы шарттарҙа үтһен өсөн БР Башлығы торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына һәм башҡа профилле ведомстволарға үтә ныҡ яғыуҙарҙы контролдә тоторға һәм йылылыҡ биреүгә бәйле һорауҙарҙы эш режимында башҡарырға саҡырҙы. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда республикала ҡышҡы штаб булдырыу кәрәклеге юҡ.

 «Башинформ» алдан хәбәр итеүенсә, төбәктең йылытыу миҙгеленә әҙерлегенә килеп тыуған һорауҙарҙы ҡарау барышында  «Беҙҙәге ҡыш Европаныҡына ҡарағанда яҡшыраҡ үтәсәк», - тигән фекер яңғыраны.

«Беҙ ҡышҡа инәбеҙ. Ул нисек булырын белмәйбеҙ. Шулай ҙа беҙҙәге ҡыш Европаныҡына ҡарағанда яҡшыраҡ үтәсәк», - тип әйтте унда Башҡортостан Башлығы.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-10-17/t-b-k-et-kse-e-don-yala-byl-yshty-t-al-yn-bulyuyn-k-t-2992002

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас