

Бөгөн 24 октябрҙә Башгидрометүҙәк хеҙмәткәрҙәре хәбәр иткән мәғлүмәттәр буйынса, республикала көндөҙ бер аҙ ямғыр булыуы, көнсығыш райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Төндә – 0–5 градусҡаса һалҡын буласаҡ. Көндөҙ – 1-6 градус йылы көтөлә.
Шишәмбелә, 25 октябрҙә төндә бер аҙ епшек ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы күҙәтеләсәк. Юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, ә сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар йәбешеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә 4–1 градус һалҡын буласаҡ, көндөҙ 5 градусҡаса йылытасаҡ.