Һауа торошо Погода
1 Ноябрь 2022, 04:50

Ейәнсурала ҡар ҡатыш ямғыр яуа, көндәр һыуыта

Киләһе өс көнгә Ейәнсура районында һауа торошо

Бөгөн һәм киләһе ике көндә ейәнсураларҙы ҡарлы-ямғырлы һәм һалҡын көндәр көтә.

Синоптиктар прогнозлауынса, бөгөн районда көндөҙ ямғыр, төндә ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ +3...+7, төндә –1...0 градус тәшкил итәсәк. Ел көньяҡтан секундына 6 м тиҙлектә иҫә.

Иртәгә, 2 ноябрҙә, шулай уҡ ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ 0...+1, төндә –2...–1 градус тәшкил итәсәк. Ел көньяҡтан секундына 4-6 м тиҙлектә иҫә.

Кесе йомала, 3 ноябрҙә, ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Термометр бағанаһы көндөҙ –1, төндә –4...–2 градус күрһәтәсәк. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнбайыштан секундына 2 м тиҙлектә иҫә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас