Һауа торошо Погода
11 Ноября 2022, 05:50

Һауа шарттары насарлана

Башҡортостан халҡын көн торошо боҙолоуы тураһында иҫкәрттеләр

Һауа шарттары насарланаҺауа шарттары насарлана
Һауа шарттары насарлана

Башгидромет синоптиктары республика халҡын һауа шарттары боҙолоуы тураһында иҫкәртте. Бөгөн, 11 ноябрҙә, Башҡортостандың көнсығыш райондарында сымдарғы һәм ағастарға епшек ҡар һылашыуы, юлдарҙа тайғаҡ булыуы прогнозлана. Томан төшә һәм юлдарҙа күреү мөмкинлеге 500 метрға тиклем насарлана. Республика буйынса епшек ҡар һәм ямғыр яуа. Һауа температураһы көндөҙ 0...+5 градус.

Шәмбелә, 12 ноябрҙә, тағы ямғырҙар яуа, көнсығышта ҡар ҡатыш. Көнсығыш райондарҙа сымдарғы һәм ағастарға епшек ҡар һылашыуы, юлдарҙа тайғаҡ. Һауа температураһы төндә –1...+4, көндөҙ +1...+6 градус.

Аҙнаның һуңғы көнөндә, 13 ноябрҙә, шулай уҡ ямғыр, көнсығышта ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Термометр бағанаһы төндә –1...+4, көндөҙ +1...+6 градус күрһәтәсәк.

Фото: «Башинформ»

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас