Һауа торошо Погода
2 Декабря 2022, 04:45

Һауа температураһы норманан түбәнерәк

Башҡортостанда декабрь айында һауа торошо нисек буласағы билдәле булды

Һауа температураһы норманан түбәнерәкҺауа температураһы норманан түбәнерәк
Һауа температураһы норманан түбәнерәк

Синоптиктар Башҡортостанда декабрь айына аныҡланған һауа торошо прогнозын бирҙе, тип хәбәр итте “Башинформ”.

Рәсәй Гидрометүҙәге мәғлүмәттәре буйынса, республикала уртаса айлыҡ һауа температураһы норманан 1-2 градусҡа түбәнерәк булыуы көтөлә. Ә Башҡортостан өсөн уртаса айлыҡ норма –10,8 градус тәшкил итә.

2022 йылдың һуңғы айына яуым-төшөм күләме лә норманан әҙерәк булсаҡ, тип прогнозлай синоптиктар.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас