

Яндекс. Һауа торошо мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Ейәнсурала ҡаты һыуыҡтар сигенә. Бөгөн көн аяҙлы-болотло була, һауа температураһы көндөҙ –15...–12, төндә –18...–16 градус тәшкил итәсәк. Ел көньяҡтан секундына 3-4 м тиҙлектә иҫә.
Иртәгә, 12 декабрҙә, көндөҙ болотло, төндә аяҙ буласаҡ. Һауа температураһы көндөҙ –15...–12 булып, төндә –20 градусҡа тиклем түбәнәйә. Ел көньяҡтан секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә.
Шаршамбыла, 13 декабрҙә, аяҙ булыуына ҡарамаҫтан, һауа температураһы ныҡ түбәнәймәй – көндөҙ – 14...–11, төндә –17...–16 градус буласаҡ. Ел көньяҡтан һәм көньяҡ-көнсығыштан секундына 2-3 м тиҙлектә иҫә, тип прогноз бирә синоптиктар.