Бөтә яңылыҡтар
Һауа торошо/Погода
16 Декабрь 2022, 16:25

Башҡортостанда боҙло ямғыр көтөлә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә

Башҡортостанда боҙло ямғыр көтөлә
Башҡортостанда боҙло ямғыр көтөлә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 17 декабрҙә автомобиль юлдарында тайғаҡ, төндә һәм иртәнсәк урыны менән томан төшөүе, күреү мөмкинлеге 500 метр һәм унан да әҙерәк булыуы көтөлә.

18 һәм 19 декабрҙә республиканың күпселек райондарында ҡарлы ямғыр яуа, айырым райондарҙа, ел секундына 15-20 метрға тиклем көсәйеп, буран сыға, боҙло ямғыр, боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырый, юлдарҙа көрт һәм тайғаҡ буласаҡ. Күреү мөмкинлеге һауа торошо насарайғанда 500 метрға тиклем һәм унан да әҙерәккә кәмей.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: