+15 °С
Болотло
Башҡортостанда көндәр ныҡ ҡына һыуытыуы көтөлә, тип иҫкәртте Башгидрометүҙәк синоптиктары. Бөгөн төндә ҡайһы бер райондарҙа 30 градусҡа тиклем һыуытасаҡ.
Бөгөн, 21 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуа. Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан, талғын. Һауа температураһы көндөҙ –16...–11 градус тәшкил итә.
Иртәгә, 22 декабрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, еңелсә, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә –25...–20°, аяҙығанда –30 градусҡа тиклем һыуыта, көндөҙ –12...–7°