-4 °С
Ҡар
Синоптиктар прогнозлауынса, бөгөн көндөҙ Ейәнсура районында болотло була, бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы көндөҙ –7, төндә – 9 градус. Ел көнсығыштан, талғын.
Иртәгә, 1 ғинуарҙа, көн торошонда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй. Тик төндә термометр бағанаһы –3 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Шулай уҡ бер аҙ ҡар яуа.
Яңы йылдың икенсе көнө, 2 ғинуар, ҡарлы-буранлы була, тип фаразлана. Һауа температураһы –3...–1 градус буласаҡ. Күп итеп ҡар яуа, көньяҡтан һәм көнбайыштан секундына 7-8 м тиҙлектә ел иҫә.