+15 °С
Болотло
Синоптиктар прогнозлауынса, бөгөн көндөҙ Ейәнсура районында болотло була, бер аҙ ҡар яуа. Һауа температураһы көндөҙ –9...–7, төндә –11...–10 градус. Ел төньяҡ-көнбайыштан, еңелсә.
Иртәгә, 6 ғинуарҙа, ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ –9...–5, төндә –4...–2 градус. Шулай уҡ бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡтан секундына 5-6 м тиҙлектә иҫә.
Шәмбелә, 7 ғинуарҙа көн шулай уҡ болотло була. Бер аҙ ҡар яуа. Термометр бағанаһы көндөҙ –17...–15, төндә –24 градусҡа тиклем түбәнәйә.
Аҙнаның һуңғы көнөндә, 8 ғинуарҙа ла районда һауа температураһы түбәнәйеүен дауам итәсәк, тип прогноз бирә Яндекс. Һауа торошо. Йәкшәмбелә көндөҙ 29, төндә 34 градусҡа тиклем һыуыҡ булыуы көтөлә.