

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Ейәнсура районында аяҙ була. Һауа температураһы –көндөҙ –20...–18 гардус тәшкил итеп, төндө –29 градусҡаса түбәнәйә. Ел көнсығыштан, еңелсә.
Киләһе ике көн шулай уҡ аяҙ һәм яуым-төшөмһөҙ һауа торошо менән көтөлә. Дүшәмбелә һәм шишәмбелә көндәр бер аҙ йылытасаҡ. Һауа температураһы көндөҙ –18...–13, төндә –23 градус тирәһе тәшкил итәсәк. Көнсығыштан һәм көньяҡ-көнсығыштан талғын ел иҫәсәк, тип прогноз бирә Яндекс. Һауа торошо.